Яңы уҡыу йылын ҡаршылап заманса мәктәп һәм инновациялар
12.09.2019
2019 йылда Рәсәйҙең ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән цифрлы һәм гуманитар профилле 2049белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Шуларҙың 133-ө беҙҙең республикала ойошторола. Уны тормошҡа ашырыу “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” төбәк проекттары сиктәрендә үтәсәк.
Беҙҙең районда бер юлы ике мәктәптә –Иҫәнғолдоң 2-се һанлы һәм Ф.Солтанов исемендәге мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре булдырыласаҡ, шуға бәйле уларҙа техник үҙгәртеп ҡороуҙар башланасаҡ. Шулай уҡ “Технология”, “Информатика”, “Тормош хәүефһеҙлектәре нигеҙе” фәндәре буйынса инновациялы уҡыу ҡорамалдарын ҡулланыу индереләсәк.
Фәндәр буйынса уҡытыуҙан тыш, үҙәктәр цифрлы, гуманитар, техник һәм тәбиғи профилле төрлө кимәлдәге өҫтәлмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәләр. Үҙәктәрҙә уҡыусылар каникул ваҡытында ла шөғөлләнә аласаҡ.
Үҙәктәр мәктәптең һәр береһе 40-ар квадрат метрлы ике бүлмәһендә урынлаштырыласаҡ. Ул технология, математика һәм информатика, физкультура һәм ОБЖ фәндәре буйынса эште ҡул ҡорамалдары менән һәм 3Д ҡорамалы ҡулланып эшләрлек зоналағы уҡыу класында үтәсәк. Һәм үҙ эсенә шахмат ҡунаҡханаһы һәм медиазона, проект эшмәкәрлеге зоналарын индергән Коворкинг класы иһә мәктәптең йәмәғәт тормошо үҙәге ролен башҡарыусы асыҡ киңлек буласаҡ.
Быйыл апрелдә беҙҙең һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡытыусылары үрҙә аталып кителгән фәндәрҙе уҡытыу буйынса белемдәрен камиллаштырҙы. 5 августан 9 авгусҡаса 2-се һәм 3-сө мәктәптәрҙең уҡытыусылары Т.Ерофеева, Р. Хөсәйенов, С. Бәҙәмшина Һәм А.Йәғәфәровтар иң беренсе булып уҡып сыҡты. Уҡыуҙар Екатеринбург ҡалаһының Ельцин үҙәгендәге “Кванториум” балаларҙың техник паркы базаһында үткәрелде. Уралдың баш ҡалаһына Башҡортостандан, Свердловск һәм Курган өлкәләренән, Ямалдан һәм Камчатканан технология фәндәре уҡытыусылары йыйылды. Уҡытыусылар уҡыу барышында бәләкәй проект төркөмдәрендә белем алды, кванториан уҡытыуҙың төп моделдәрен үҙләштерҙе һәм бер юлы “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә ҡуйыласаҡ юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнде.
Екатеринбургтағы технопарк уҡытыусылары ярҙамы менән уҡытыусылар сценарий эшләү, тайминг, флипчарт, Гант диаграммаһы һәм башҡа ҡорамалдарҙы үҙләштерҙе. Был ҡорамалдар мәғариф өлкәһендә төп бурыс булып торған проект эшмәкәрлеген алып барырға ярҙам итәсәк.
Т.Ерофеева, 2-се һанлы Иҫәнғол мәктәбенең технология фәне уҡытыусыһы.
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 12.09.2019
Дата обновления: 12.09.2019
Дата публикации: 12.09.2019