Преподавание родного и башкирского (государственного) языков

14.12.2020

2020 йыл президентыбыҙ тарафынан башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Телде үҫтереү,яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында республикала,районда бик күп төрлө мәҙәни саралар,конкурстар,ярыштар үткәрелде. Беҙҙең мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла был бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ район,республика олимпиадаларында,ғилми-ғәмәли конференцияларҙа,төрлө конкурстарҙа призлы урындар яуланы. Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашап ҡыҙының уҡыусылары К .А. «Йәш журналист» республика конкурсында призер, Е А«Һ.Дәү- ләтшинаның әҙәби мираҫы»,«Щербаков уҡыуҙары» халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа призер, А. Д. «Башҡорт телендә иң яҡшы ижади эш» республика конкурсында призер исеменә лайыҡ булды.Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына һәм башҡорт теле йылына арналған республика онлайн-олимпиадаларҙа, Төрки телдәренең III халыҡ-ара дистанцион олимпиадала уҡыусыларыбыҙ Т. Г, Б. З, Б.И, Р. А., Б. Г., Б. Р, Ҡ. А.-еңеүсе, Д. Г.,З. А. призер булды.Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙының 10-сы класс уҡыусыһы Завалихина Алина башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында призер исемен лайыҡлы аҡланы. Шулай уҡ, Әлиә Мәүлит ҡыҙы « Иң һәләтле китап уҡыусы » республика конкурсына 7г класы уҡыусыһы Ҡ. А. менән Д.Бүләковтың «Зәңгәр офоҡтар » китабына һәм Рауил Бикбаев ижадына буктрейлер эшләп ебәрҙе.Башҡортостандан сыҡҡан совет дипломаты Кәрим Хакимовҡа арналған интернет-викторинала Хәмитова Д.М. һәм Сәғитова Ә.М. ҡыҙының уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Динара Марат ҡыҙының уҡыусыһы Ҡ. И. «Геройҙар беҙҙең арала » иншалар конкурсында республикала яҡшылар рәтендә билдәләнде һәм миҙал менән бүләкләнде. Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашаф ҡыҙы «Вәлиди уҡыуҙары » республика конкурсына кластан тыш сара әҙерләп ебәрҙе, Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».