Беҙҙең ҡаҙаныштар.

14.12.2020

              2020 йыл президентыбыҙ тарафынан башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Телде үҫтереү,яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында республикала,районда бик күп төрлө мәҙәни саралар,конкурстар,ярыштар үткәрелде. Беҙҙең мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла был бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ район,республика олимпиадаларында,ғилми-ғәмәли конференцияларҙа,төрлө конкурстарҙа призлы урындар яуланы.

     Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашап ҡыҙының уҡыусылары К .А.

 «Йәш журналист» республика конкурсында призер, Е А«Һ.Дәү-

ләтшинаның әҙәби мираҫы»,«Щербаков уҡыуҙары» халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа призер, А. Д. «Башҡорт телендә иң яҡшы ижади эш» республика конкурсында призер исеменә лайыҡ булды.Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына һәм башҡорт теле йылына арналған республика онлайн-олимпиадаларҙа, Төрки телдәренең III халыҡ-ара дистанцион олимпиадала уҡыусыларыбыҙ Т. Г, Б. З, Б.И, Р. А., Б. Г., Б. Р, Ҡ. А.-еңеүсе, Д. Г.,З. А. призер булды.Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙының 10-сы класс уҡыусыһы Завалихина Алина башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында призер исемен лайыҡлы аҡланы. Шулай уҡ,  Әлиә Мәүлит ҡыҙы « Иң һәләтле китап уҡыусы » республика конкурсына 7г класы уҡыусыһы Ҡ. А. менән Д.Бүләковтың «Зәңгәр офоҡтар »  китабына һәм Рауил Бикбаев ижадына буктрейлер эшләп ебәрҙе.Башҡортостандан сыҡҡан совет дипломаты Кәрим Хакимовҡа арналған интернет-викторинала Хәмитова Д.М. һәм  Сәғитова Ә.М. ҡыҙының уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Динара Марат ҡыҙының уҡыусыһы Ҡ. И. «Геройҙар беҙҙең арала » иншалар конкурсында республикала яҡшылар рәтендә билдәләнде һәм миҙал менән бүләкләнде.  Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашаф ҡыҙы «Вәлиди уҡыуҙары » республика конкурсына кластан тыш сара әҙерләп ебәрҙе, К.Кинйәбулатоваға арналған шиғри марафонда ике уҡыусыһы менән ҡатнашты, «Бикбаев уҡыуҙары » регион-ара ижади конкурсына эссе яҙып өсөнсө урын яуланы. Башланғыс кластарҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡуланчина

Гөлкәй Иҙрис ҡыҙы дүртенсе класс уҡыусыһы Х. Р. менән Мостай Кәрим ижадына арналған буктрейлерҙар конкурсында районда беренсе урын  алды,бишенсе класс уҡыусыһы Ҡ. Н. дистанцион олимпиадала республикала беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде.

     Уҡытыусылар шулай уҡ «Ғарипов уҡыуҙары» форумына төрлө номинацияларҙа эштәр, «Башҡортостандың йөҙ шағиры» республика әҙәби марафонына уҡыусыларҙың видеоларын ебәрҙе,уларҙың уҡыусылары «Аҡмулла диктанты»нда, «Тел серҙәре» әҙәби викторинала үҙ белемдәрен һынап ҡараны. Районда үткәрелгән «Башҡортостан ынйылары» конкурсында беҙҙең мәктәп уҡыусылары икенсе урын яуланы, Марат Кәримовтың ижад кисәһендә уҡыусыларыбыҙ халыҡ шағирының шиғырҙарын сәхнәнән һөйләне. Шулай уҡ мәктәптә төрлө кластарҙа тыуған илгә, туған телгә арналған ижади эштәр,шиғыр һөйләүселәр, һүрәттәр конкурстары кәрелде,М.Кәримгә,М.Шайморатовҡа арналған диктант яҙыуҙа уҡыусылар актив ҡатнашты,башҡортса кинофильмдарҙы ихлас ҡараны.Хочу такой сайт

      Башҡорт теле йылы тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды.Ләкин  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәр ваҡыт туған телебеҙҙе,тарихыбыҙҙы,халыҡ йолаларын,ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙ милләтен  һаҡлаусы һәм яҡлаусылар,уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыусылар һәм үҫтереүселәр булып ҡалыр.

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 15.12.2020

Дата обновления: 15.12.2020

Дата публикации: 14.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».