Этносуббота

20.10.2019

Иҫәнғол  2-се һанлы урта мәктәбе «Этношәмбе» проекты сиктәрендә төрлө саралар үткәрҙе.Йыйылған уҡыусылар алдында башҡорт теле уҡытыусыларының  методик берекмәһе етәксеһе Яҡшыбаева Ф.К. үткәреләсәк сараларҙың программаһы, саҡырылған ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Ул уҡыусыларҙың  ниндәй  сарала ҡатнашҡыһы килә, шунда ҡатнаша ала икәнлеген әйтте. Башҡорт халыҡ уйындарын  уйнауҙы Сәғитова Ә.М. һәм Хәмитова Д.М.  ойошторҙолар.Балалар “Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Йөҙөк һалыу» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын да, Зилә Таһировна өйрәткән рус халыҡ уйындарын да бик  оҡшаттылар. Башланғыс  класс  уҡыусылары өсөн Мәзитова Р.Н. етәкселегендә башҡорт телендә йәнһүрәттәр күрһәтелде һәм улар әкиәт геройҙарының һүрәтен төшөрҙөләр.Улар алдында  ҡунағыбыҙ Хәсибә Ғилмитдиновна башҡорт милли кейемендә сығыш яһаны һәм уның  тарихын һөйләне, башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының биҙәүестәрен күрһәтте. Ҡыҙҙар өсөн тағы ла бер файҙалы сара үткәрелде: ул - Ҡуланчина Г.И. саҡырған ҡунаҡ-Фәниә Ағзамовнаның оҫталыҡ дәресе. Ҡыҙҙар шул хәтлем бирелеп сәйләндән башҡорт ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләргә өйрәнделәр, хатта билдәләнгән ваҡыттың күптән үтеүе лә уларҙы эшенән айыра алманы.Һуңынан ошо биҙәүестәрҙе кейеп фотоға төштөләр.Бәлки ошондай түңәрәктәрҙе мәктәптә лә асырға кәрәктер?

Милли музыка ҡоралы  ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә районыбыҙҙың йәш, ләкин талантлы ҡурайсыһы- Рушан Ҡәҙербаев саҡырылғайны.Дәресте Яҡшыбаева Ф.К. ҡурай тураһындағы әкиәттән башлап ебәрҙе һәм  уҡыусыларҙан ҡурай тураһында нимәләр белә икәнлектәрен һораны.Уҡыусылар :”Ҡурай тураһында күп әкиәттәр, шиғырҙар, йырҙар сығарылған, башҡортто ҡурайһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай “,-тинеләр. Унан һүҙ  ҡунағыбыҙ Рушанға бирелде.Ул ҡурай тарихы, данлыҡлы ҡурайсылар тураһында һөйләне. “Ҡурай  ул тик Башҡортостанда ғына үҫә, башҡа  ерҙә үҫкәндәре  ҡурайға оҡшаған үҫемлек, тик ҡурай түгел.Ҡурайҙа башҡорт һымаҡ берәү ҙә уйнай  алмай, сөнки  ҡурайға һөйөү, ҡурайҙы тойоу- башҡорттоң ҡанында бар”,- тине ул.Шулай уҡ ҡурайҙың организмға ла файҙаһы күп икән.Рушан ниндәйҙер көйҙө уйнар алдынан уның тарихын өйрәнеүен, шунан ғына уйнауын әйтте.Ул ҡурайҙы нисек тоторға, тештәрҙе, телде  дөрөҫ  ҡуйырға, нисек  көй сығарырға күрһәтте, төрлө көйҙәр уйнаны.Малайҙарҙы ғына түгел, ҡыҙҙарҙы ла ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнергә саҡырҙы. Балаларға оҫталыҡ дәресе бик оҡшаны, улар ағайҙарының тағы ла килеүен һоранылар.

Унан һуң бөтә уҡыусылар ҙа Мостай Кәримдең ижадына арналған тоталь диктант яҙҙылар. Бай, йөкмәткеле саранан барлыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар ҙа дәрт, көс  , рухи үҫеш алып таралыштылар.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 21.10.2019

Дата обновления: 24.10.2019

Дата публикации: 20.10.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».