Ғүмерем-оҙон юл

15.02.2020

 Сылтырап аға Оло Һүрәм...

Сылтырап аға Кесе Һүрәм...

Мин бит һеҙҙе бала саҡтан

Күңелемә яҡын күрәм.

 13 февраль көнө район мәҙәниәт йортонда  Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, тәржемәсе, сатира һәм юмор оҫтаһы,яҡташыбыҙ Марат Нәби улы Кәримовтың “Ғүмерем – оҙон юл” тип исемләнгән йырлы-моңло ижад кисәһе үткәрелде.

Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында районыбыҙҙың Күгәрсенауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Ырымбур өлкәһендәге Желтое ҡасабаһындағы, унан Йылайырҙағы педагогия училищеһында уҡый,комсомолдың Ейәнсура район комитетында эшләй. 1964 – 1968 йылдарҙа Марат Кәримов “Пионер” журналының, ә унан һуң 10 йыл “Һәнәк” журналының баш мөхәррире булып эшләй.

Марат Кәримов шиғырҙар яҙыу менән бик иртә мауыға. Уның тәүге “Бөрөләр”исемле китабы 1956 йылда баҫылып сыҡҡас, Мостай Кәрим уның хаҡында: “Башҡорт поэзияһына һиҙгер йөрәкле, күтәренке күңелле, үткер күҙле яңы бер шағир килә”,- тип яҙғайны бер мәҡәләһендә.Хочу такой сайт

Шағирҙы юбилейы менән яҙыусы, күренекле драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы һәм башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор,Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы ҡотланылар.

Шулай уҡ, Марат Кәримовты беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ҡотлап сығыш яһанылар.4 А класс уҡыусыһы Юлдыбаева Гөлназ, 4 Б класс уҡыусыһы Хәмитов Рәил һәм 6 Г класс уҡыусыһы Бикбаева Әлфинә шағирҙың Тыуған яҡҡа арнап яҙылған шиғырҙарын сәхнә түренән һөйләп ишеттерҙеләр.Был сарала беҙҙең мәктәптең башҡорт кластары уҡыусылары әүҙем ҡатнаштылар.Осрашыуҙан алған тәьҫораттар уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ йылдар буйына һаҡланыр. 

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 16.02.2020

Дата обновления: 16.02.2020

Дата публикации: 15.02.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».