Халыҡ-ара туған телдәр көнө

24.02.2020

21 февраль көнө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Шул уңайҙан беҙҙе мәктәптә төрлө саралар уҙғарылды. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм фән министрлығы һәм  Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан ойошторолған диктант яҙыу акцияһында әүҙем ҡатнаштыҡ.Унда туған телен белгән, уның яҙмышына битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала ине. Диктант өсөн текст Сабир Ҡадировтың  данлыҡлы генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа  арналған “ Урал бөркөтө” әҫәренән  алынған ине. Башҡорт теленән диктант дүрт урында яҙҙырылды. Өлкән кластарҙа һәм ата-әсәләргә Сәғитова Ә.М. һәм Яҡшыбаева Ф.К., урта кластарҙа  Хәмитова Д.М., башланғыстарҙа Ҡуланчина Г.И. яҙҙырҙы.Диктант яҙғандан һуң туған телгә арналған сара үткәрелде.Сара  туған телгә арналған йыр менән башланып китте. Унан һуң, уҡыусылар яҡташ шағирҙарыбыҙ Хәсән Назаровтың, Мәхмүт Һибәттең. Марат Кәримовтың  шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған  “Туған тел” йырын йырланылар, туған тел тураһында мәҡәлдәр әйттеләр, йомаҡтар систеләр.Уҡыусыларға был сара бик оҡшаны.

Был көндө шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге  һәм  “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы менән берлектә  “Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында” шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Был конкурста беҙҙең уҡыусылар ҙа ҡатнаштылар. С. I урын,  Ш. III урын ,  И.  “Иң сағыу башҡарыусы“ номинацияһында еңеүсе булды.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 28.02.2020

Дата обновления: 28.02.2020

Дата публикации: 24.02.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».