Декада башкирского языка и литературы

07.12.2020

 Башҡорт теле йылы айҡанлы 16 ноябрҙән 14 декабргә тиклем мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте айлығы башланды.Беҙҙең мәктәптең тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ла айлыҡты файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн эш планы әҙерләне.

   17 ноябрҙә мәктәп кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада үткәрелде. Унда 7-11-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.Еңеүселәрҙе һәр уҡытыусы район олимпиадаһына әҙерләй башланы.Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙы « Иң һәләтле китап уҡыусы » республика конкурсына 7г класы уҡыусыһы менән Д.Бүләковтың «Зәңгәр офоҡтар »  китабына буктрейлер эшләп ебәрҙе.Башҡортостандан сыҡҡан совет дипломаты Кәрим Хакимовҡа арналған интернет-викторинала Хәмитова Д.М. һәм  Сәғитова Ә.М. ҡыҙының уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.Яҡшыбаева Фәрзәнә Кашаф ҡыҙы

 «Вәлиди уҡыуҙары » республика конкурсына кластан тыш сара әҙерләне, К.Кинйәбулатоваға арналған шиғри марафонда ике уҡыусыһы менән ҡатнашты.  Уҡытыусылар шулай уҡ «Бикбаев уҡыуҙары » регион-ара ижади конкурсына, « Ғарипов уҡыуҙары» форумына төрлө номинацияларҙа эштәр ебәрҙе. Мәктәптә 5-се кластарҙа асыҡ дәрестәр үткәрелде. 7г,9г кластарында Шәйехзада Бабичҡа арналған класс сәғәттәре үтте.

Башҡорт теле йылы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ләкин телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау өсөн  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары артабан да бик әүҙем,берҙәм булырҙар.   Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 08.12.2020

Дата обновления: 13.12.2020

Дата публикации: 07.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».