День родного языка

20.02.2021

21 февраль- һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө,туған телдәр көнө.Тел халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс,тарихи үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер.Телде һаҡлау,киләсәк быуынға еткереү-һәр кемдең бурысы.Ә уҡытыусы-әсә теленә һөйөү уятыусы ла,тел һағында тороусы ла.Шуға күрә беҙ,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары,үҙ телебеҙҙе, булмышыбыҙҙы, рухыбыҙҙы,ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау,яҡлау,үҫтереү маҡсатында һәр дәресте файҙалы,мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырышабыҙ.

20 февраль көнө лә беҙҙең икенсе мәктәптә туған телдәр көнөнә арналған төрлө мәҙәни саралар үтте.Башҡорт телен әсә теле булараҡ өйрәнеүселәр Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романынан тәҡдим ителгән өҙөктө диктант итеп яҙҙы.Шулай уҡ уҡытыусылар «Башҡорт кейеме»,«Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары»,«Башҡорт халҡының милли байрамдары»

темаларына бай һәм йөкмәткеле дәрестәр үткәрҙе.

Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 21.02.2021

Дата обновления: 21.02.2021

Дата публикации: 20.02.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».